пятница, 18 марта 2016 г.

Британия татлы эсемлектәргә һалым һаласаҡ.


Тәмлекәстәр яратыусылар, аҡсаларығыҙҙы йәлләмәгеҙ - Британия хөкүмәте 2 йыл эсендә хәмерһеҙ эсемлектәрҙәге шәкәргә һалым һалырға ниәтләй. Лондон быны бала-сағаның һимереүенә ҡаршы көрәш менән аңлата. Татлы эсемлектәрҙе төп ҡулланыусылар - балалар. Британия һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 10-11 йәштәге һәр бишенсе бала (19 %) һимереүҙән яфалана. 4-5 йәштәгеләрҙең 9,1 процентына ошондай уҡ диагноз ҡуйылған.

Казначейство башлығы Джордж Осборн, парламентта проекты менән таныштырып, һалым ставкаһының прогрессив буласағын белдерҙе:

Һалым ставкаһы эсемлектәге шәкәр кимәленә бәйле буласаҡ. Улар икәү: 100 миллиграмға 5 грамдан ашыу шәкәр булған продукт өсөн һәм юғарыһы - 100 миллиграмға 8 грамдан ашыу продукт өсөн.”

Врачтар 11 йәштән өлкән балаларға шәкәрҙе көнөнә 30 грамдан күп ашамаҫҡа тәҡдим итә. “Кока-кола” йәки “Пепси” һалынған стандарт банкала 7 балғалаҡ, йәғни 35 грамм шәкәр бар. Британияла ундай банка яҡынса 70 пенс тора, уға 8 пенс һалым һалына. Һуттар һәм һөт аҙыҡтары был статьяға эләкмәй.

Гэвин Партингтон, Британияның хәмерһеҙ эсемлектәр ассоциацияһы генераль директоры был законды ғәҙел түгел тип иҫәпләй:

Бер төр продуктты ҡулланыусылар ғына зыян күрәсәк, ә бит шәкәр бәлеш, печенье, кәнфиттәрҙә лә бар.”

Хөкүмәт яңы һалым иҫәбенә 520 миллион фунт килем алырға иҫәп тота, был аҡсаларҙы башланғыс мәктәптәрҙә спорт сараларын уҙғарыуға файҙаланыуҙы планлаштыралар.


Мексика 2014 йылда татлы эсемлектәргә 10 % һалым һалды. Закон индерелгәндең тәүге йылында уҡ илдә газлы һыу һатыу 12 процентҡа кәмегән. Венгрия ла һалым ярҙамында етештереүселәрҙе продукттарындағы шәкәр кимәлен 40 процентҡа кәметергә мәжбүр итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий