пятница, 18 марта 2016 г.

Курдтар Сүриәлә федералләшеүҙе башланы.


Сүриә курдтары Сүриә төньяғында федератив район төҙөүҙәре хаҡында иғлан итте. Был инициатива башында “Демократик союз” фирҡәһе тора, ул ҡоролтай йыйҙы. 200 кеше араһында курдтарҙан тыш Сүриә төньяғында йәшәүсе ғәрәптәр, ассирий, төркмән, черкес һәм әрмәндәрҙең вәкилдәре лә булды.

Курдтар Сүриә территорияһының бөтөнлөгөнә ҡул һуҙмауҙары һәм Женевалағы һөйләшеүҙәрҙән һуң төҙөләсәк хөкүмәт составына инергә ниәтләүҙәре хаҡында белдерә.

Федератив районды Рожава тип атарға булғандар. Был курд һүҙе Сүриә төньяғындағы курдтар контроле аҫтындағы өс анклавты - Кобани, Джазира һәм Афринды үҙ эсенә ала.

Женевалағы һөйләшеүҙәр ваҡытында илде федералләштереү тураһында һүҙ алып барырға йыйынмайҙар. Сүриә хөкүмәте лә, шулай уҡ оппозиция ла курдтарҙың федератив район төҙөүенә ҡырҡа ҡаршы. Бындай киләсәк Төркиәне лә шатландырмай, ул курд формированиеларын күптән инде террористик тип иғлан итте.



Комментариев нет:

Отправить комментарий