понедельник, 21 марта 2016 г.

Мьянма экономия маҡсатында министрҙар һанын ҡыҫҡарта.


Дүшәмбе көн Мьянма парламенты күптән түгел генә һайланған ил президенты Тхин Чжоның яңы хөкүмәт төҙөү планын хупланы: хәҙер 36 министрлыҡтың 21-е тороп ҡаласаҡ, министрҙар һаны 18-гә ҡәҙәр ҡыҫҡартыласаҡ.

Элек генерал-лейтенант дәрәжәһен алған һәр бер хәрби өсөн, әгәр армияла дәрәжәһенә ярашлы вазифа булмаһа, министрлыҡ төҙөлгән. Парламент алдында тәүге тапҡыр сығыш яһаған президент һүҙҙәре буйынса, бындай практика бюджет сығымдарын һиҙелерлек экономияларға мөмкинлек бирәсәк.

Министрҙарҙы һәм министрлыҡтарҙы ҡыҫҡартыуҙан экономияланған аҡсаны - 5 миллиардов кьятты ( 3,6 млн. евронан ашыу) – мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм илдең ауыл хужалығы үҫешенә тотона аласаҡбыҙ,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тхин Чжо.

Нобель премияһы лауреаты Сан Су Чжи етәкләгән, уны был посҡа тәҡдим иткән “Демократия өсөн милли лига” президенттың ҡарарын хупланы. Уҙған һайлауҙарҙа оппозициялағы был фирҡә парламентта абсолют күпселекте яуланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий