четверг, 4 августа 2016 г.

Рәсәйҙә Генрих Гиммлерҙың көндәлектәре табылған.


Мәскәү янындағы Подольск ҡалаһының хәрби архивында нацистик үлем лагерҙары селтәре төҙөү менән шөғөлләнгән Генрих Гиммлерҙың юғалған тип иҫәпләнгән көндәлектәре табылған.

Яҙмалар аҫтына 1938, 1943 һәм 1944 даталары ҡуйылған. Уларҙың бер өлөшө немецтарҙың Bild таблоидына эләккән.

Баҫылып сыҡҡан өлөшөндә Гиммлерҙың 1943 йылда Собибор концлагерында газ камерыларының “эффектлылығын” тикшереүе хаҡында әйтелә, ә кисен ул СС офицерҙарының банкетында ҡатнашҡан.

Икенсе яҙмала холокосты ойоштороусыларҙың береһенең Бухенвальд үлем лагерындағы 10 поляк тотҡонон атырға приказ биреүе тураһында хәбәр ителә. Бында ул эсэсовсылар өсөн ойошторолған казинола тамаҡ ялғап алырға яратҡан.


Гиммлерҙың көндәлектәрен тарихсыларҙың комментарийҙары менән киләһе йыл баҫтырып сығыу планлаштырыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий