пятница, 5 августа 2016 г.

Рио янындағы ҡасаба уҡытыусылары Олимпия уты эстафетаһына ҡамасауларға маташҡан.


Рио-де-Жанейро ҡасабаһындағы Олимпия уты эстафетаһы ваҡытында булған манифестацияны ҡыуып таратыу өсөн, Бразилия полицияһы борос газы һәм резина пулялар ҡулланған. Акцияны урындағы уҡытыусылар хеҙмәт хаҡтарын тотҡарлауға ҡаршылыҡ йөҙөнән ойошторған.

Дука-ди-Кашиа митингыһында 100 самаһы кеше ҡатнашҡан, уларҙың ҡайһы берҙәре эстафетаға ҡамасауларға маташҡан, шул арҡала полиция менән бәрелеш булып алған. Манифестацияла ҡатнашҡан ике кеше зыян күргән. “Темер, ысҡын бынан!”- демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың береһенең тәнендә шундай яҙыу булған (һүҙ дәүләт башлығы Дилма Русеффты алмаштырған вице-президент хаҡында бара).

Июль уртаһында “Датафолья” социологик үҙәге алып барған тикшеренеүҙәр буйынса, Бразилия халҡының 50 проценты Рио-де-Жанейрола Олимпиада уҙғарыуға ҡаршы.

Рио-де-Жанейро мэры Эдуарду Паэш Олимпия уты эстафетаһында беренсе булып ҡатнашҡан. Лампада килеүгә арналған тантана шаршамбы көн Гуанабара ҡултығы яры буйында ойошторолған.

Рио-де-Жанейро мэрияһы 4 августы ял көнө итеп иғлан итте. Тап кесе йома көн ҡалала эстафета үтте, шуға күрә властар юлдарҙа тығындар булдырмаҫ өсөн бөтә көсөн һалды.

XXXI йәйге Олимпиада Бразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында 5-21 августа үтәсәк. Көньяҡ Америкала уҙғарылған тәүге Олимпия уйындары буласаҡ ул. Паралимпиада бер нисә аҙнаға һуңғараҡ - 7-18 сентябрҙә үтәсәк.





Комментариев нет:

Отправить комментарий