пятница, 1 июля 2011 г.

Америка ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу яйлап барасаҡ һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе халыҡ- ара көстәрҙең еңеүҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясаҡ. Президент Барак Обама был хаҡта Нью- Йорктың Форт- Драм базаһы хәрбиҙәре алдында белдереү яһаны. Юғары хәрби командование иһә президенттың был оптимизмын өнәп бөтмәй.
АҠШ һәм НАТО-ның Афғанстан ғәскәрҙәре командующийы генерал Дэвид Петреус- президенттың ҡарарын яҡлаһа ла, ғәскәрҙәрҙе сығарыу эшендә ашыҡмау яҡлы.
"Беҙҙең тәҡдимдәр менән сағыштырғанда, президеттың һуңғы ҡарары ғәскәрҙәрҙе тиҙ арала сығарыуҙы күҙ уңында тота. Быны аңларға була, сөнки тик хәрби командованиеның ғына фекере иҫәпкә алынмай,- тип белдерҙе Петреус үҙенең кандидатураһын ЦРУ директоры посына тәғәйенләүгә ҡағылышлы сенаттағы һөйләшеүҙәрҙә"

Комментариев нет:

Отправить комментарий