пятница, 1 июля 2011 г.

Грециялағы кризис бөтә еврозонаны ҡаҡшатырға мөмкин. Афинаға дефолт янай. Греция оҙаҡ йылдар кеҫә ҡалынлығын самаламай йәшәне. Уның сит илдәргә бурысы 327 миллиард евро, был ВВП буйынса 150 процентҡа яҡынлаша. Ил МВФ һәм ЕС- тың ярҙамына ныҡ мохтажлыҡ кисерә. Сираттағы траншты ( вәғәҙә ителгән 110 миллиард евроның 12-һе ) алыу өсөн Греция ҡаты экономия политикаһын алып барырға тейеш. Был шулай күҙаллана: эш хаҡы-15, пенсиялар 10 процентҡа кәметелергә, пенсия йәше 53-тән 67-гә ҡәҙәр күтәрелергә тейеш. Дәүләт секторында ҙур ҡыҫҡартыуҙар буласаҡ,82 мең кеше эшенән ебәрелгән дә инде. Йәнә 150 мең кеше урамға ҡыуып сығарыласаҡ. Шаршамбы көн былар тәртипһеҙлектәргә, урам һуғыштарына алып килде.

Ваҡиғаларға анализ биреп, Нью-Йорк университетының профессоры, авторитетлы экономист Нуриэль Рубини "Financial Times"тағы мәҡәләһендә яҡын арала Европаны "валюта союзының тарҡалыуы" көтә, тип иҫәпләй. ЕС-тың Греция, Португалия кеүек ярлы илдәре үҙҙәренең валютаһына әйләнеп ҡайтыуы мөмөкин. Бынан тыш Рубини тағы ла ҡеүәтлерәк кризис буласағын 30 процент менән билдәләй. Имеш, ул 2013 йыл аҙағына ҡәҙәр үк башланып китергә мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий