пятница, 1 июля 2011 г.

Трутнев модернизация вәғәҙә итә

Биш йылдан һуң Рәсәйҙең теләһә ниндәй нөктәһендәге экологик хәлдәр хаҡында онлайн режимында белергә мөмкин буласаҡ.

Тәбиғәт сығанаҡтары министры Юрий Трутневтың журналистарға һөйләүе буйынса, 2016 йылда бөтә илдә экологик мәғлүмәттәрҙең модернизацияланған системаһы эшләй башлаясаҡ.

Бындай система әлегә Сочиҙа ғына бар. Министрҙың әйтеүе буйынса, теләге булған һәр кем махсус порталда ҡаланың һауа торошо менән генә түгел, реаль ваҡыт режимында экологик шарттар менән дә таныша аласаҡ.

Яҡын арала илдә 10 яңы локатор урынлаштыраласаҡ, ә 2016 йылда 160 яңы ҡоролма барлыҡҡа киләсәк. ”Был хәүефле тәбиғәт күренештәре тураһында сифатлыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирәсәк”- ти Трутнев. Һауа шарттарын прогнозлауҙы камиллаштырыу маҡсатында илебеҙҙә сыҡҡан яңы суперкомпьютер алыу планлаштырыла. Рәсәй ғалимдары уны белорустар менән бергә уйлап тапҡан. Әлегә метеорологтар Америка компьютерында эшләй, әммә 2012 йылда ул үҙенең ҡеүәтен юғалтасаҡ. Уны әле төҙөлөп ятҡан, ҡеүәте 10 тапҡыр юғарыраҡ булған булған аппарат алмаштырасаҡ. Уның ярҙамында белгестәр илдең гидродинамик моделенең оҙайлы прогнозын эшләй аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий