Ҙур Европаның капитан баҫмаһында Польша: Варшавалағы церемонияла Польшаның премьер- министры Дональд Туск тантаналы рәүештә үҙенең венгр коллегаһынан эстафетаны алды. Яҡын аралағы политик семестрҙа тап Польша ЕС-та ағза булып торған илдәрҙең эшмәкәрлеген координациялаясаҡ. Варшава Европа илдәренең интеграцияһына, “Көнсығыш партнерлығы” программаһына, экономик үҫеште аяҡҡа баҫтырыу һәм ЕС-тың бюджет системаһын реформалауға өҫтөнлөк бирәсәк. Шуныһы ирмәк: еврозонаға инмәгән Польшаның председателлеге аҫтында союзда ағза булып торған илдәр берҙәм валютаны ҡотҡарыу өсөн көрәшәсәк.
Әйтергә кәрәк, Польшаның үҙендә лә эштәр шәптән түгел: яңы ғына унар меңләгән кеше, власть алып барған социаль политикаға ҡаршылыҡ белдереп, урамдарға сыҡты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий