суббота, 2 июля 2011 г.

Мароккола конституцияны үҙгәртеү буйынса референдум үтте.

Мароккола һайлау участкалары ябылды. Унда конституцияға реформа үткәреү буйынса референдум уҙғарылғайны. Тауыш биреүҙә һайлаусыларҙың 60 проценттан ашыуыҡатнашты, шулар иҫәбендә ил короле Мөхәммәт VI ла бар ине. Яңы редакциялағы илдең төп законы Марокко монархының вәкәләттәрен етди рәүештә сикләйәсәк, әммә уның ҡулында оборона министры вазифаһы һаҡланып ҡаласаҡ.

Марокко властары конституцияны реформалауҙы мартта уҡ, демократик үҙгәрештәр талап иткән ҙур болғаныштарҙан һуң үткәрергә вәғәҙә иткәйнеләр.

Бөтә башҡарма власты һайланған кешеләргә тапшырырға ниәтләгән оппозиция референдумда ҡатнашмаҫҡа саҡыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий