суббота, 2 июля 2011 г.

Уимблдон-2011-ҙең финал афишаһы.: Рафаэль Надаль- Новак Джокович.

Новак Джокович үҙенең карьераһында тәүге тапҡыр Уимблдон финалына сыҡты һәм дүшәмбе көн донъя рейтингыһының юғары баҫҡысында торған Рафаэль Надалде алмаштырасаҡ.

Джоковичтың ярымфиналдағы дәғүәсеһе француз Жо-Вильфрид Цонга быға ҡәҙәр Уимблдондың алты тапҡыр чемпионы булған Роджер Федерерҙың ракеткаһын төрөп ҡуйырға мәжбүр иткәйне..

Джоковичҡа ике партия ҡалғайны. Әйтергә кәрәк, беренсеһен серб тай- брейкта ғына тартып алды. Өсөнсөһөндә иҫәпте ул алып барҙы, әммә барыбер отолдо. Дүртенсеһендә иһә уйындың барышын тулыһынса контролдә тотто һәм 6/3 иҫәбе менән еңеү яуланы.

Рафаэль Надаль финал алдынан британлыларҙың өмөтө Энди Маррейҙы туҡтатты.

Тәүге сет 7/5 менән Маррейҙа ҡалды, әммә дәғүәсеһе уның уңышына аяҡ салды: Рафаэль артабан өс партияны ла еңде, уйын уның файҙаһына тамамланды: 6/2, 6/2, 6/4.

Комментариев нет:

Отправить комментарий