суббота, 2 июля 2011 г.

Палестина яҡлылар Газаға ынтыла.

Афиналағы АҠШ илселеге янында Палестина яҡлылар полиция менән бәрелеште. АҠШ-тың Газа секторын блокадалауға позицияһы акцияла ҡатнашыусыларҙың асыуын ҡабартҡан. Секторҙың диңгеҙ блокадаһын өҙөргә маташыуҙы Вашингтон”провокация”тип атағайны. Был әүәлге йылдағыса трагедияға алып килергә мөмкин, тип иҫәпләй дәүләт департаменты. Бындай белдереүҙәр демонстранттарға оҡшаманы:

”Беҙ власыбыҙға баҫым яһарға тырышабыҙ һәм шуны белдерәбеҙ: һеҙ, уйлауыбыҙса, Израиль хөкүмәтен түгел, ә беҙҙе, Америка граждандарын яҡларға тейешһегеҙ. Израилгә йоғонто яһап, шуны еткерергә тейешһегеҙ: “Тыныслыҡ флотилияһы”на Грециянан Газаға барырға мөмкинлек бирегеҙ”.

Газа секторы Палестина боевиктары 2006 йылда Израиль һалдаты Гилад Шалидты урлағаны бирле блокадала.

Израиль секторҙың диңгеҙ блокадаһын өҙөүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ, тип белдерә. Гуманитар йөктәргә килгәндә инде, йәһүд дәүләте уларҙы Египеттың Эль-Ариш портында йәки Израилдең Ашдодында ҡалдырырға һәм, тикшереү үткәргәндән һуң, ҡоро ерҙәге күҙәтеү пункттары аша Газаға ебәрергә тәҡдим итә.

Яңыраҡ ҡына төрөк портында Газаға юлланған ирланд судноһы ”Серша” арыу ғына зыян күрә. ”Азат Газа” хәрәкәтенең ирланд бүлексәһе”Серша”ның саботаж ҡорбаны” булыуы хаҡында белдерҙе һәм төп ғәйепте Израилгә япты.

Ирландияның сит эштәре министрлығы инсцидентты тиҙ арала тикшереүҙе талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий