воскресенье, 3 июля 2011 г.

Европолда өй туйлау.

Гаагала 1 июлдә тантаналы шарттарҙа Европа полицияһы ойошмаһының яңы штаб- квартираһы асылды. Инаугурацияла Нидерландияның королеваһы, бөтә Европа илдәренең һәм Европол менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөгән дәүләттәрҙең хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары башлыҡтары ҡатнашты.

Европолдың директоры Роб Вэйнрайт былай тине: “Европа полицияһы өсөн айырыуса ауыр ваҡыттар килде. Киләсәктә ойошҡан енәйәтселек менән көрәшеү, хәҙерге замандың яңы, ифрат динамик енәйәтселеге һәм терроризмына йәшен тиҙлегендә яуап бирә алыу өсөн барған һайын ҙурыраҡ сығымдар талап ителәсәк.”

Европол- Евросоюздың махсуслашҡан органы- 1992 йылда Маастрихт килешеүенә нигеҙләнеп төҙөлдө. Ул халыҡ-ара енәйәтселек менән көрәштең эффектлылығын күтәреү өсөн ЕС дәүләттәренең полицияһы һәм башҡа компетентлы органдарына оператив- эҙәрлекләүҙә хеҙмәттәшлек тәьмин итә.

Али Шейхислами, ”Евроньюс”:

”Технологияларҙың үҫеше- ике осло таяҡ. Яңы технологияларҙы енәйәтселәр ҡулланһа, хоҡуҡ һаҡлау органдарының эше ҡатмарлаша. Мәҫәлән, киберенәйәтселеккә ҡаршы традицион методтар ярҙамында көрәшеп булмай. Тимәк, ойошҡан енәйәтселек менән көрәш ижади ҡараш талап итә.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий