вторник, 5 июля 2011 г.

Испания ярҙарында легаль булмаған иммигранттар менән карап тотолған.

Ярҙан 42 миль арауыҡта яр буйы хеҙмәте һаҡсылары легаль булмаған 60 иммигрантты тотҡан. Караптың Марокконан иммигранттар менән юлға сығыуы тураһында һаҡсылар алдан уҡ хәбәрҙар була. Бортта өс бала һәм ун ҡатын табыла. Уларҙы Испанияның Гранада провинцияһындағы Мотриль портына алып киләләр, медицина ярҙамы күрһәтәләр. Караптың капитаны дүшәмбе көн суд алдына баҫасаҡ.

Үҙәк һәм төньяҡ Африка илдәренең легаль булмаған иммигранттары Испания аша Европа Союзына күпләп ағыла. 2006 йыл рекорд йылы була. Уның дауамында 31600 мең иммигрант Канар утрауҙарына аяҡ баҫа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий