вторник, 5 июля 2011 г.

Сирия властары Хама ҡалаһына ғәскәр ебәрҙе.

Сирия властары яңынан көс ҡуллана. Хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары мәғлүмәттәре буйынса,хөкүмәт ғәскәрҙәре, танк һәм бронетехниканы ла файҙаланып, Хама ҡалаһына юл тотҡан. Бында ике көн элек ярты миллион кеше ҡатнашлығында ифрат ҙур манифестация булып үткән. Тәртип һаҡлаусылар менән бәрелештә 28 кеше һәләк булған. Киләһе көндө илдең президенты Башар Асад ҡаланың губернаторын отставкаға ебәргән. Урындағы халыҡ, ғәскәр индерелгәндән һуң, ҡулға алыныуҙар башланыуҙан ҡурҡа.

Был ваҡытта Дамаск ҡунаҡханаларының береһендә Сирия ителлигенцияһы һәм политиктары осрашыу үткәрә. Улар президентты реформалар уҙғарырға һәм митингыла ҡатнашыусылар менән һөйләшеүҙәр башларға саҡыра:”Беҙ реформалар яҡлы. Сирияла диалог өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип әйтер өсөн килдек бында. Хөкүмәт, милли фронт, оппозиция өсөн өсөнсө юл да бар.”

Ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре бинала утты өҙгәндән һуң, осрашыу ҙа өҙөлә, тип хәбәр итәләр. Оппозиция вәкилдәренең белдереүенсә, һөйләшеүҙәр өсөн уңайлы мәл ҡулдан ысҡынған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий