вторник, 5 июля 2011 г.

Италия Альптарында тимер юл булыуын теләмәйҙәр.

Италияның төньяғында Альп аша тиҙйөрөшлө тимер юл һәм туннель төҙөүгә йәнә ҡаршы сыҡтылар. Акцияла бер нисә мең кеше ҡатнашты. Масштаблы был проектты торошҡа ашырыу урындағы халыҡҡа ла, регионға ла файҙа бирмәйәсәк, тип иҫәпләй демонстранттар:

”Тиҙйөрөшлө тимер юлына, мафия аҡсаһын йыуыуға, иҫ киткес үҙәнде юҡҡа сығарасаҡ был мәғәнәһеҙ төҙөлөшкә “юҡ” тип әйтер өсөн, мин махсус рәүештә Миландан килдем.”

Магистраль Италияның Турин ҡалаһын һәм Францияның Лионын тоташтырасаҡ; юлда үткән ваҡыт ике тапҡыр кәмейәсәк. Төҙөлөш 2012 йылда уҡ тамамланырға тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий