вторник, 5 июля 2011 г.

Младич Гаагалағы судҡа бойкот иғлан иткән.

Младич кешелелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә һәм геноцидта ғәйепләүҙәргә ҡаршы Гаагатрибуналында яуап бирергә йыйынмай. Босния сербтары армияһы командующийының эше судта дүшәмбе көн ҡараласаҡ. Тәртип буйынса был юлы ул яуап бирергә тейеш, әммә элекке генерал бойкот яһарға йыйына. Әгәр ҙә инде суд алдына баҫырға мәжбүр итһәләр, ул бер нәмә лә һөйләмәйәсәк.

Ратко Младич судта даими яҡлаусыһы булмауы менән риза түгел. Июндә үк, кандидатураларҙың исемлеген төҙөп, ул һоратыу ебәргәйне. Был эш августа, бөтә юристарҙы тикшереп бөткәндән һуң ғына хәл ителәсәк, тип яуап бирҙеләр уға. Младичтың ваҡытлы адвокаты- серб Александр Алексеевич, үҙе әйтеүенсә, уның ышанысын аҡламаған.

16 йыл буйы хөкөмдән ҡасып йөрөгән 69 йәшлек Младич Сербияла 26 майҙа ҡулға алына. Уны элекке Югославия буйынса Халыҡ-ара трибунал Босния һәм Герцоговинала 1992-95 йылдарҙа булған хәрби енәйәттәрҙә ғәйепләй. Ғәйепләү акты 11 пункттан тора. Суд тәртибе буйынса, әгәр ғәйепләнеүсе дүшәмбелә лә һорауҙарға яуап бирмәһә, ул үҙенең ғәйептәрен танымай, тип иҫәпләнәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий