воскресенье, 3 июля 2011 г.

Греция ЕС һәм МВФ-тан 5-се ярҙам траншы аласаҡ- 12 миллиард евро.

15 июлгә ҡәҙәр Греция Евросоюздан 12 миллиард евро финанс ярҙамы аласаҡ- евро зонаһы илдәре шәмбе көн ошондай ҡарарға килде. Параллель рәүештә Афинаға финанс ярҙамының икенсе пакетын бүлеү хаҡында һөйләшеүҙәр бара.

Грецияның финанс министры Эвангелос Венцелос алдында ауыр мәсьәлә тора- илдәге ҡаршылыҡтарға ҡарамай парламент ҡабул иткән ҡаты экономия планын тормошҡа ашырыу.

Германияның финанс министры Вольфганг Шойбле Афинаны ҡабул ителгән приватизация программаһын кисекмәҫтән тормошҡа ашырырға саҡырҙы. Уның ярҙамында Греция 50 миллиард евро килем алырға өмөтләнә. Греция меңәр гектар ерҙе, сәнәғәт өлкәһендәге килемле акцияларҙы, газ монополияһының өлөшөн, унлап банк, олимпия объекттарындағы казиноларҙы һатыуға сығарасаҡ.

Гректар был пландар менән килешмәй. Ҡаршылыҡ акциялары илдә туҡталмай, забастовка хәрәкәте киңәйә. Бюджет түләүҙәре, эш хаҡтарының кәмеүе, налогтарҙың күтәрелеүе, килем һалымының артыуы- бөтә был йөк урта статистик грек ғаиләһе өсөн йылына айлыҡ эш хаҡына тиң булып барып баҫа.

Комментариев нет:

Отправить комментарий