Африка Союзы ағзалары Ливияла граждандар һуғышын булдырмауға йүнәлтелгән “юл картаһы”н ҡараны. Документ Экваториаль Гвинеяның баш ҡалаһы Малабола үткән АС-тың 17-се саммитында ҡабул ителде. АС илдәренең башлыҡтары Ливияның ҡаршы тороусы көстәрен утҡа тотоуҙы туҡтатыу һәм ваҡытлы демократик хөкүмәт төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итте..
Осрашыуҙың барышына аңлатма биреп, Африка Союзы башлығы былай тип белдерҙе: ”Ливиялағы һымаҡ кризистар. ..Кот-д Ивуар’ ҙағы һымаҡ кризистар... Суданда һәм Сомалиҙа булған кризистарға оҡшағандары...Африкалағы был кризистар тап уртаҡ ҡараштар булмаған осорҙа хәл ителергә тейеш тә. Оҙайлы фекер алышыуҙарҙан һуң беҙ уртаҡ юлды таптыҡ.”
Саммитта ҡатнашҡан Ливияның Ваҡытлы милли совет ағзалары осрашыуҙың һөҙөмтәһенән ҡәнәғәт ҡалдылар.
“Хәҙер инде мин шулай тип әйтә алам: күпселек түгел, әлбиттә, әммә бик күп илдәр беҙҙең менән асыҡтан- асыҡ аралаша.Улар хатта ябыҡ сессияларҙа ла Каддафиҙың туҡтарға һәм китергә тейешлеге хаҡында һөйләйҙәр. Каддафиҙы инде бер кем дә яҡламай.”
Африка Советының 17-се саммиты ҡуйған маҡсат шундай: Ливия конфликты тыуҙырған дошманлыҡты бөтөрөү. Африка дәүләттәре лидерҙары ике көн дауамында дискуссиялар алып барҙылар, төрлө инициативалар менән сығыш яһанылар, бәхәсләштеләр, һуңынан барыбер уртаҡ фекергә килә алдылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий