Германияла 98 йәшендә Австро-Венгрияның һуңғы императорының өлкән улы Отто фон Габсбург вафат булды. Ул Бавариялағы Штарнберг күле буйындағы йортонда үлде.
1916 йылда уның атаһы Карл I Австро-Венгрия империяһының монархы була. Ике йылдан йәшәп килгән тәртиптәр емерелә, Габсбургтарҙың мөлкәте конфискациялана һәм уларҙың ғаиләһенә Швейцарияға ҡасырға тура килә.
1961 йылда Отто рәсми рәүештә тәхеткә дәғүә итеүҙән баш тарта, әммә Австрияға ҡайтырға уға 1966 йылда ғына рөхсәт итәләр.
1979 йылдан алып 1999 йылға тиклем Отто фон Габсбург Германиянан Европарламент ағзаһы булып тора. Унда ул ХСС партияһы вәкиле була. 30 йыл буйы ул Панъевропа хәрәкәтен етәкләй һәм халыҡ- ара хәлдәр тураһында бөтә донъя буйлап лекциялар уҡый.
Отто фон Габсбургты 16 июндә Венала император династияһы склебында күмәсәктәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий