вторник, 5 июля 2011 г.

Таиланд: хәрбиҙәр оппозицияның һайлауҙарҙағы еңеүен таныны.

Политик процестарға киң тәьҫире менән билдәле Таиланд армияһы оппозицияның парламент һайлауҙарындағы еңеүен таныны һәм ваҡиғаларға ҡыҫылмаҫҡа булды. Был турала оборона министрлығының юғары вазифалы вәкиле хәбәр итте.

Яңыраҡ еңеү яулаған ”Пыа Тай”партияһының лидеры Йинглак Чинават, экс-премьер Таксин Чинаваттың һеңлеһе, биш партиянан торған коалиция төҙөү хаҡында иғлан иткәйне:

”Бөгөн ”Пыа Тай” һәм тағы ла дүрт партия халыҡ проблемаларын хәл итеү өсөн хөкүмәт ойоштороу теләген белдерҙе.”

Йинглак Чинаваттың партияһы 500 мандаттың 265-ен яулап алды. Ғөмүмән, партия парламентта 299 урынға өмөт итә ала. Буласаҡ премьерҙың әйтеүенсә, яңы хөкүәттең эшендә килешеү процесы һәм илдең экономикаһын аяҡҡа баҫтырыу тәүге урында торасаҡ. Йинглак Чинават Таиландта премьер министр посын биләгән тәүге ҡатын- ҡыҙ буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий