среда, 6 июля 2011 г.

Дания Шенгенға киҙәнә.

Бөгөнгө көндән башлап Дания таможенниктарының эше һәм илгә инеүселәрҙең проблемалары артты. Швеция һәм Германия сигенә йәнә таможня тикшереүе ҡуйылды. Дания ошо рәүешле илгә наркотиктар һәм ҡорал индереүҙе тыйырға , шулай уҡ төньяҡ Африканан ағылған мигранттарҙы сикләргә тырыша.

“Был паспорт режимын тикшереү түгел, ә таможня тикшереүе , -тип аңлата һалымдар һалыу министры Питер Кристенсен.- Мин тәнҡитләүҙәрен аңлап етмәйем, сөнки Европа хеҙмәттәшлеген тулыһынса яҡлайым. Тик Европала контрабанда иркен рәүештә йөрөргә тейеш , тип уйламайым.”

Күрше Германия Дания властарын тәнҡитләп сыҡты. Сик буйындағы Фленсбург ҡалаһы мэры ике ил араһындағы сауҙа бәйләнештәрендә проблемалар килеп сығасаҡ, тип иҫәпләй.

’’Был хәүефле сигнал. Хеҙмәттәшлекте үҫтерергә йыйынған саҡтаҡыйынлыҡтарға дусар итеүе бар. Ҡунаҡсыллыҡ түгел был. Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, хәрәкәт дауам итә- был иң мөһиме.”

Күрелгән саралар Шенген килешеүендәге иркен хәрәкәт итеү ҡағиҙәһен боҙмай, тип иҫәпләйҙәр Данияла. ЕС-та иһә киреһенсә уйлайҙар.

”Ғәмәлдәге Европа закондар йыйылмаһының теүәл үтәлеүен Еврокомиссия ҡаты тикшерәсәк.’’

36 млн евро менән баһаланған проект яңы эш урындары һәм махсус тикшереү пункттары төҙөүҙе күҙ уңында тота. 96 йылда Шенгенға ингән Дания зонала таможня тикшереүе индергән тәүге ил булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий