среда, 6 июля 2011 г.

Кэмерон: китәбеҙ, китәбеҙ, китәбеҙ.

Бөйөк Британияның премьер- министры Дэвид Кэмерон 2014 йылда Британияның бөтә ғәскәрҙәре тиерлек Афғанстандан сығарылыуы һәм был илдә хәрби миссияны үтәмәйәсәге хаҡында белдерҙе. Был турала ул Кабулда Афғанстан президенты Хәмит Карзай менән осрашыу барышында әйтте. Ул шулай уҡ Афғанстанға гуманитар ярҙамды арттырырға, афған армияһын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн юғары хәрби академия асырға вәғәҙә итте.

“Быйыл һәм киләһе йыл ғәскәр һанын ҡыҫҡартасаҡбыҙ, ә 2014 йыл аҙағына хәрби операциялар туҡтатыласаҡ.”

Кэмерон “Талибан” хәрәкәте һуғышсыларын да ҡорал ташларға, емергес эштәрен туҡтатырға һәм милли килешеү процесына ҡушылырға саҡырҙы.

Британия премьеры хәүефһеҙлек маҡсатында визит программаһына төҙәтмәләр индерергә мәжбүр булды, шуға күрә Гильменд провинцияһындағы Лашгарках ҡалаһына барманы. Яңы ғына талиптар унда Британия һалдатын үлтергән булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий