понедельник, 29 августа 2011 г.

Израиль: йәнә 1300 фатир.

Израиль Көнсығыш Иерусалимда йәһүд күскенселәре өсөн 1300 яңы фатир төҙөргә иҫәбе барлығын раҫланы. Был ҡарар палестинлылар араһында ҡаршылыҡ тыуҙырҙы, улан быны провокация тип атаны.

Израилдең эске эштәр министрлығы вәкиле был яңылыҡты премьер- министр Биньямин Нетаньяху АҠШ- та булған саҡта хәбәр итте. Америка властары Израиль премьер- министрын йәһүд йорттарын төҙөүҙе туҡтатырға өгөтләй.

Палестина автономияһы вәкиленең баһаһы ҡырҡыу булды:

“Был эштәр ғәйепләүгә лайыҡ. Халыҡ- ара йәмәғәтселеккә, АҠШ хөкүмәтенә, бөтә тыныслыҡ процесына ҡаршы сығыу был.”

АҠШ Израилдең Көнсығыш Иерусалимда яңы 1300 йәһүд йорто төҙөү планына ҡарата тәрән ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Америка дәүләт департаменты вәкиленә һылтанып, был хаҡта Франс- пресс агенствоһы хәбәр итте.

Кесаҙна көн Биньямин Нетаньяху Нью- Йоркта АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон менән осрашасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий