понедельник, 29 августа 2011 г.

Каддафиҙы яҡлағаны өсөн “Әл- Ҡәғиҙә”Алжирҙан үс ала.

18 кешенең ғүмерен өҙгән Алжирҙың Шершел ҡалаһындағы теракт өсөн яуаплылыҡты “Ислам Мәғрибе илдәрендә Әл- Ҡәғиҙә”террористик берләшмәһе үҙ өҫтөнә алды. Террорсыларҙың белдереүенсә, Муаммар Каддафи режимын яҡлағаны өсөн был Алжирға яуап язаһы.

Шартлау йоманан шәмбегә ҡараған төндә Шершелдең хәрби академияһы янында булды, һәләк булыусылар араһында 16 офицер бар. Йәнә 26 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Алжир властары Күсмә Милли советты таныманылар һәм Алжирға күрше булған Ливиялағы ваҡиғаларға ҡарата “тулы нейтралитет” һаҡлауҙары хаҡында белдерҙеләр. Ҡайһы берәүҙәрҙең уйынса, Каддафи 90 йылдарҙан бирле мосолман фундаменталистары менән көрәш алып барған күрше илдә йәшеренеп йәшәй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий