пятница, 12 августа 2011 г.

Лондондағы тәртипһеҙлектәр һәм туристар.

Лондондағы һәм Британияның башҡа ҡалаларындағы ҙур сыуалыштар арҡаһында ҡайһы бер туристар томанлы Альбионға барыуҙан баш тарта. Британияның туристик ойошмалары, болғаныштарҙан ҡурҡҡан сит ил ҡунаҡтарын тынысландырырға теләп, туристик сәйәхәттәрҙең хәүефһеҙлеге һәм илдә оҙаҡламай тыныслыҡ урынлашасағы хаҡында һөйләйҙәр. Бөтәһе лә быға ышанмай, сит илдәрҙәге турагенстволарҙың менеджерҙары ла быны раҫлай: “Лондондағы хәлдәр бик яҡшынан түгел, шуға күрә туристарҙың 20-30 проценты сәйәхәттән баш тартты.”

Машал Лакхани Европаға АҠШ-тан килгән. Лондонға барырға уға кәңәш итмәгәндәр:”Күптәр минең бында килеүемде хупламаны. Әммә беҙ килдек, ғөмүмән, беҙ бында бер көнгә генә бит. Иртәгә Штатҡа кире ҡайтабыҙ.”

“Миңә ҡалһа, Лондондағы ваҡиғалар Британияны йәмһеҙләп яҡтыртылды. Ҡайһы бер хөкүмәттәр, ваҡиғаларҙың асылын белмәй тороп, үҙ граждандарына сыуалыштар булған ерҙәрҙән алыҫыраҡ торорға кәңәш бирҙеләр’’,-тине британия туристик Visit Britain идараһының стратегия һәм бәйләнештәр буйынса директоры Патрисия Йейтс.

Туризм өлкәһе Бөйөк Британия өсөн бик мөһим. Visit Britain мәғлүмәттәре буйынса, һәр 12 эш урынының береһе уға тура килә. “Отелдәр һәм туробъекттар сыуалыштарҙа зыян күрмәне”-, тип белдерҙе Йейтс.


Комментариев нет:

Отправить комментарий