пятница, 12 августа 2011 г.

Испанияға румындарҙы эшкә алмаҫҡа рөхсәт иттеләр.


Еврокомиссия Испанияға Румын граждандарын эшкә алыуҙы сикләргә рөхсәт бирҙе. Сикләүҙәр киләһе йылдың аҙағына ҡәҙәр дауам итәсәк.

Евроберләшмә тарихында был тәүге шундай ҡарар, һәм ул илдәге етди проблемалар менән аңлатыла. Евроберләшмәлә иң юғары эшһеҙлек кимәле- Испанияла, 20 проценттан юғарыраҡ.
Испанияның ваҡытлы матбуғаты билдәләүенсә, румын мигранттарының һаны эшсе иммиграцияһының нигеҙен тәшкил иткән мароккандарҙы ла уҙып киткән.

“Румын граждандарының Испанияла туҡтауһыҙ арта барыуы һәм иң юғары- 30%- эшһеҙлек кимәле Испанияның яңы эш урындарын табыу мөмкинлегенә тәьҫир итте. Шуны билдәләү мөһим: сикләүҙәр Испанияла күптән хеҙмәт иткән румындарға ҡағылмаясаҡ.”

Еврокомиссияла шуны баҫым өҫтөнә алдылар: был сикләүҙәр- ғәҙәттән тыш сара һәм уны уңайлы метод рәүешендә ҡулланырға ярамай. Тик политологтар, Төньяҡ Африка мигранттарының артыуы сәбәпле, башҡа Евроберләшмә илдәре лә был сараны ҡулланыуы мөмкин тигән шик белдерәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий