пятница, 12 августа 2011 г.

Европа туристары испан курортын туҙҙыралар

Испанияның Льорет-де-Мар курортында полиция менән алышҡаны өсөн 20 сит ил турисы ҡулға алынған. Ваҡиға төнгө клуб янында була. Унда көтмәгәндә кондиционерҙар эшләүҙән туҡтай. Администрация ишектәрҙе аса, әммә тын алырға сыҡҡан кешеләрҙе кире индермәйҙәр- ошо ризаһыҙлыҡ тыуҙыра ла инде.

Алышта 20-нән ашыу кеше зыян күрә, улар араһында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә бар. Дискотекала булыусыларҙың етәүһен хәстәханаға һалырға тура килә. Бер нисә полиция машинаһы ватыла, сүп-сар бактары яндырыла, реклама щиттары ла зыян күрә.Ҡулға алыныусылар араһында 13 француз, өс немец, ике голланд, бер Швейцария һәм бер Словения гражданы.

“Ҡайҙан алғандарҙыр, әммә уларҙың ҡулында таяҡтар бар ине. Улар тимер эскәмйәне әйләндереп ташланылар, емерҙеләр, тәҙрәләрҙе ватып, отелгә бәреп инергә маташтылар”.

“Мин туйҙым, фатирымды һатып, бынан күсеп китергә теләйем. Бында 31 йыл йәшәйем, миңә бында бик оҡшай, тик бындағы мәхшәргә башҡаса түҙә алмайым.”

Бындай ваҡиға Льорет-де-Марҙа беренсе тапҡыр түгел. Дүшәмбе көн полиция менән 400 француз һәм итальян һуғыша; хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, йәш француз туристары, эсеп, йыш ҡына туҙынып йөрөй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий