пятница, 12 августа 2011 г.

Сүриә: “Тамуҡҡа cәйәхәт”.

Француз баҫмаһы Liberation үҙенең биттәрендә Сүриә яҙыусыһы, сценарисы һәм йәмғиәт эшмәкәре Сәмәр Язбектың хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһаусыларҙы, күбеһенсә йәштәрҙе Башар Асад режимының төрмәләрҙә язалауы һәм мыҫҡыл итеүе хаҡындағы яҙмаларын баҫтырҙы.

“Төрмәлә мин туҡмалған, хайуан һымаҡ тар ғына урынға бикләнгән йәштәрҙе күрҙем. Уларҙың йөҙҙәре танымаҫлыҡ булып иҙелгәйне, бөтәһе лә иҙәндә яталар ине,- ти Сәмәр Язбек.- Мин бик ҡурҡтым һәм әле булһа ҡурҡам. Революцияны туҡтатып булмай. Сүриә халҡы власта ҡалыр өсөн үҙ халҡын ҡанға батырырға әҙер булған хөкүмәттең булыуын теләмәй”.

Сәмәр Язбекты биш тапҡыр ҡулға алалар. Революцион ҡараштарынан баш тартырға мәжбүр итеү өсөн оппозициялағы ителлигенцияға ҡарата бындай ҡурҡытыу алымы йыш ҡулланыла.

Францияға китергә мәжбүр булған билдәле Сүриә яҙыусыһының “Тамуҡҡа сәйәхәт”китабының бүлектәре хакимлыҡ итеүсе режимдың ҡанһыҙлығын етди ғәйепләү булып тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий