воскресенье, 14 августа 2011 г.

Берлин стенаһы: 50 йылдан һуң.


Германияла Берлин стенаһы төҙөлөүенең 50 йыллығына арналған иҫтәлекле саралар үткәрелә. Бөтә ил буйынса дәүләт флагтары төшөрөлгән. Кешеләр ГДР һәм Көнбайыш Берлин сиген үтергә маташып һәләк булыусыларҙы иҫкә төшөрә.

Стенаның оҙонлоғо -155 километр, бейеклеге -4 метр самаһы һәм ҡалынлығы- 1,5 метр. Сикте 10000 һалдат һаҡлаған. Уны үтеү өсөн төрлө юлдар ҡулланылған: уның аша осоп та, шыуышып та, туннелдәр ҡаҙып та сыҡҡандар.

“Бындай нәмәнең булыуын хәҙерге йәш быуын күҙ алдына ла килтерә алмай. Хатта ул заманда ла Көнсығыш Германияла йәшәүселәрҙең күбеһе быға ышанмай торғайны,-”тип хәтерләй Йорг Кляйн. Ҡасандыр бер бөтөн булған илдең көнбайыш өлөшөнә ата-әсәһе менән ер аҫтынан сыҡҡанда уға 3 кенә йәш булған.

Дәүләттең йөҙөн билдәләүсе кешеләр ҡатнашлығындағы мөһим саралар мемориаль комплекс урынлашҡан Бернауэр штрассела үтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий