понедельник, 15 августа 2011 г.

Брейвик үлем юлынан яңынан үтте.

Норвегия полицияһы, аяныслы даны сыҡҡан Утейя утрауына икеләтә теракт эшләгән Андреc Брейвикты килтереп, тикшереү эксперименты үткәрҙе. Унда 32 йәшлек Андреc Брейвик нисек енәйәт эшләүен, яралыларҙы һәм ҡасҡандарҙы үлтереү өсөн нисек утрау буйлап барыуын ентекләп һөйләп бирҙе. Уның иҫәбендә- 69 кешенең ғүмере. Улар барыһы ла 22 июлдә идара итеүсе партияның йәштәр лагерында ял иткән булған.

Тикшереү группаһының етәксеһе Паал- Фредрик Хьорт Краби һөйләүенсә, эксперимент барышында фажиғәнең деталдәре асыҡланған:”Әммә беҙ Брейвиктың үкенеүен күрмәнек.”

Осло үҙәгендәге шартлау һәм Утейялағы атыш һөҙөмтәһендә 77 кеше һәләк булған. Брейвик 21 йылға төрмәгә ултырырға мөмкин. Полиция хәбәр итеүенсә, улар ғәйепләнеүсенең, шартлатҡыс ҡоролманы йотоп, суд барышында шартлатыуынан шикләнгәндәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий