понедельник, 15 августа 2011 г.

Германияла “компьютер пираттары”ның слеты үтте.


Компьютер пираттары слетта: 45 илдән 3500 хакер Берлиндан алыҫ түгел элекке авиабазала йәйге фестивалгә йыйылды. Авторитетлы “Хаос” (“Chaos Computer Club”) немец компьютер клубы ойошторған слет “шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡларға, йәмәғәттекен таратырға”девизы аҫтында үтә.

Слетта ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлешә:

“Бында һин иҫке дуҫтарыңды осрата , яңы ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныша алаһың, сөнки был бөтәбеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырған ҙур сара.”

“Насар маҡсаттар ҡуйған енәйәтселәр йыйылышы түгел был. Бында килгән хакерҙарҙың күпселеге яңы технологияларҙы өйрәнергә, уларҙың нисек эшләүен белергә, техник мөмкинлектәрҙең сиген күрергә теләй.”

Слетта ҡатнашыусыларҙы бөтә донъя селтәренең киләсәге, интернет цензураһы менән көрәш йәки яратҡан ҡыҙыңдың компьютерҙағы веб- камерыһына үтеп инеү кеүек мәсьәләләр борсой.


Комментариев нет:

Отправить комментарий