понедельник, 22 августа 2011 г.

Бенгази һәм Мисрат урамдарында байрам.


Баш күтәреүселәр тарафынан Триполи алыныуы хаҡында ишеткәс, һуңғы айҙарҙа Муамар Каддафи режимына ҡаршы көрәштең төп терәге булған Бенгазиҙа меңәрләгән халыҡ ҡала урамдарына сыҡты. Триполиҙа булғандарҙы улар ҙур экрандар аша күҙәтте.

Кешеләрҙең шатлығының иге- сиге юҡ. Ливияның баш ҡалаһын яулау тиҙ булды, хөкүмәт ғәскәрҙәре бик аҙ ҡаршылыҡ күрһәтте.

“Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың ҡаны юҡҡа түгелмәне. Был билдә. Аллаһ бөйөк!”

“Был беҙ көткән тарихи момент. Уны ыҙа сигеүселәребеҙгә арнайбыҙ. Бөгөн беҙ яңынан шатлана һәм уларҙы иҫләй алабыҙ.”

Ливияның Мисрат ҡалаһында ла йөҙләгән шат йөҙҙәрҙе күрергә мөмкин ине. Был ҡала өсөн айырыуса көсөргәнешле алыштар булғайны. Әле лә ул баш күтәреүселәр ҡулында. Ҡайһы бер урындарҙа атыу тауыштары ишетелә, әммә был һауаға атыу- баш күтәреүселәрҙең еңеүе хөрмәтенә салют. Улар Триполиҙы бер нисә сәғәттә яулап алдылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий