понедельник, 22 августа 2011 г.

Сүриәләге кеше хоҡуҡтары буйынса БМО советы .


Милли телевидение аша тура эфирҙа сығыш яһап, Сүриә президенты Башар Асад Сүриәгә ҡаршы теләһә ниндәй хәрби акция “етди эҙемтәләргә килтерергә мөмкин,”тип белдерҙе. Һуңғы ваҡыттағы официаль Дамаскыға Көнбайыш илдәренең баҫымы хаҡында былай тине:

”Дуҫ булмаған илдәргә беҙ шулай тибеҙ:” Әгәр һеҙ ваҡиғаларҙы көс ҡулланып ашыҡтыраһығыҙ икән, беҙ ҙә шулай эш итәсәкбеҙ. Ә юҡ- бар хәбәр һатыуҙың һис бер әһәмиәте юҡ, шуға күрә беҙ уға яуап бирмәйбеҙ, тип белдерәм мин.”

Илдәге хәүефһеҙлек хаҡындағы һорауға Асад шулай тип белдерҙе:

“Белдереүҙәр эшләмәһәк тә, илдәге хәлде контролдә тотабыҙ һәм арыу ғына уңыштарға өлгәштек тә инде. Хәҙер беҙҙең беренсе бурыс- хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, әммә был ваҡиғалар миндә һис бер борсолоу тыуҙырмай”.

Илдә хөкүмәткә ҡаршы манифестациялар дауам итә. Сүриә хоҡуҡ һаҡлаусылары мәғлүмәттәре буйынса, хәүефһеҙлек көстәре менән алышта 2 мең самаһы кеше һәләк булған да инде.

Бөгөн Женевала Кеше хоҡуҡтары буйынса БМО советы ҡаршылыҡ акциялары ҡатылыҡ менән баҫтырылған Сүриәләге кеше хоҡуҡтарын боҙоуға арналған махсус сессияға йыйылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий