вторник, 23 августа 2011 г.

“Айрин” янай.

Кариб диңгеҙендәге “Айрин”тропик ғәрәсәте хәүефлелек буйынса икенсе категорияға ҡәҙәр көсәйҙе һәм АҠШ- тың көньяҡ- көнсығыш ярына табан хәрәкәт итә башланы.

Бығаса “Айрин” Пуэрто- Рикола ҡойма ямғырҙар яуҙырҙы. Стихияның ҡотороуынан утрау халҡының яртыһы электр утынан яҙҙы, 800 кешегә ваҡытлыса башҡа урынға күсенеп торорға тура килде.

АҠШ президенты Барак Обама Пуэрто- Риколағы ғәҙәттән тыш хәл тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйҙы. Унда федераль ярҙам ебәреләсәк.

Әлегә ҡойон Доминикан республикаһының төньяғында, ә аҙна аҙағында АҠШ- тың континенталь өлөшөнә барып етергә мөмкин. Ул Флоридаға, Джорджияға йәки Көньяҡ Каролинаға килергә мөмкин. “Айрин’’дың былтырғы ер тетрәүҙән һуң 600 мең кеше йортһоҙ ҡалған Гаитиға килтереп бәреүе икеле. Шулай ҙа был районда ҡойма ямғырҙарҙың яуыуы бик мөмкин.
“Айрин”- сезондағы 9 тропик штормдың ғәрәсәт көсөнә еткәндәрҙең беренсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий