вторник, 23 августа 2011 г.

Ливия илселектәре флагтарын алмаштыра.

Донъяның төрлө илдәрендәге Ливия диаспораһы вәкилдәре Триполиҙың баш күтәреүселәр ҡулына күсеүен байрам итә.

Ҡаһирәлә Каддафиға ҡаршы булғандар Ливияның Мысырҙағы илселегенә килделәр. Мысыр властары тәүҙә тыйылып торһалар ҙа, Күсмә милли советты таныны. Бынан тыш Күсмә милли совет Кувейт, Марокко, Тунис һәм башҡа ғәрәп илдәре етәкселегенең дә яҡлауына иреште.

“Мин бында, Ҡаһирәләге Ливия илселегенә, флагты төшөрөп, Ливия бойондороҡһоҙлоғо флагын элергә килдем”,-ти манифестацияла ҡатнашыусыларҙың береһе.

Ливияның ҡайһы бер илдәрҙәге илселектәре йәшел флагтарҙы баш күтәреүселәрҙең ҡыҙыл- ҡара- йәшел һыҙатлы флагтарына алмаштырҙы. Бындай аҙымға Чехия, Белоруссия, Украина һәм башҡа илдәрҙең Ливия илселектәре баҙнат итте. Анкарала илселек бинаһындағы флагты манифестацияла ҡатнашыусы оппозиция яҡлылар алмаштырҙы. Йәшел флагты яндырыу менән бергә улар Каддафиҙың портреттарын да юҡҡа сығарҙылар.

“Ливияла нефть була тороп, халыҡҡа бер нәмә лә тәтемәне,- ти митингыла ҡатнашыусы ҡатын.- Халыҡ ярлы йәшәне, эш хаҡтары түбән булды. Беҙ золом ҡорбаны булдыҡ, күп михнәт сиктек. Беҙҙе алданылар, ә Каддафи аҡса менән үҙ кеҫәһен тултырҙы.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий