вторник, 23 августа 2011 г.

Манилала бер йыл элек һәләк булғандарҙы иҫкә төшөрәләр.

Шишәмбе көн Манилала теүәл бер йыл элек һәләк булған Гонконг туристарын хәтерләү церемонияһы булды. 2010 йылдың 23 авгусында элекке полицейский Роландо Мендоса, турист автобусын баҫып алып, 20- ләп кешене аманатлыҡҡа ала. Ул үҙен яңынан эшкә алыуҙы талап итә.

Автобусты штурмлағанда, 8 гонконг турисы һәләк була, икәүһе яралана. Вафат булған туристарҙың туғаны бына нимә ти:”Фотоһына ҡараған һайын бергә булған саҡтарҙы иҫкә төшөрәм. Беҙ бергә ашай, ул гид булып эшләүе хаҡында һөйләргә ярата торғайны. Беҙ уның тауышын, йылмайыуын һис ҡасан онотмаясаҡбыҙ.”

Бер йыл элек Гонконг властары Филиппин спецназының аманатлыҡҡа алыныусыларҙы ҡотҡарыуҙағы етешһеҙлектәрен ҡаты тәнҡитләп сыҡҡайны. Енәйәтсе менән һөйләшеүҙәр башлайҙар, кешеләрҙең бер өлөшөн ҡотҡаралар, әммә аҙаҡ атыш башлана, ҡорбандар була. Енәйәтсе үҙе лә үлә. Филиппин полицияһы хаталарын таныны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий