среда, 24 августа 2011 г.

Медведев һәм Ким Чен Ир: Себерҙәге хәрби базала осрашыу.

Төньяҡ Корея лидеры Ким Чен Ир һәм Рәсәй президенты Дмитрий Медведев Улан- Удэнан 20 километр алыҫлыҡтағы Ҡарағай Урман хәрби базаһында осраштылар. Рәсәй телевидениеһы күрһәткән кадрҙарҙа КХДР лидерының аҡһауы һиҙелә. Әммә Төньяҡ Корея дәүләт мәғлүмәт агенстволары хәбәр итеүенсә, Ким Чен Ир Рәсәйҙә ваҡытын бик актив үткәрә. Мәҫәлән, шишәмбе көн ул Байкал күле буйлап катерҙа йөрөнө.

Юғары кимәлдәге һөйләшеүҙәрҙең урыны һәм ваҡыты һуңғы сиккә ҡәҙәр сер итеп һаҡланды. Кремль пресс- хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Медведев һәм Ким Чен Ир осрашыуында Корея ярымутрауының ядро проблемаһы буйынса алты яҡлы һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башлау шарттары һәм Мәскәү менән Пхеньяндың экономик бәйләнештәре тикшерелде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий