среда, 24 августа 2011 г.

Ливия: Муамар Каддафи ҡайҙа юғалды?


Ливия оппозицияһы полковникты тотоуға бөтә көсөн һала. Һуңғы сығыш яһауында Каддафи эләктерә алмаҫлыҡ ерҙә булыуын белдерҙе.“Мин миллиондарҙың йөрәгендә”,-тип, серле генә өҫтәп ҡуйҙы ул.

Йәмәхириә менән 40 йыл идара иткән кешенең ҡасыр урындары күп. Әлеге көнгә ҡәҙәр уның тыуған ҡалаһы Сирт һәм эре хәрби һәм авиация базаһы урынлашҡан Себха уның ҡарамағында булды. Әгәр Каддафи Себхаға барып етә ҡалһа, Нигер йәки Чадҡа ла юллана алыр ине.

Ҡайһы берәүҙәрҙең уйынса, Каддафи Триполиҙың көньяҡ- көнбайышындағы “Риксос”отеле аҫтындағы бункерҙа булыуы ла бар. Конфликт тамамланыр алдынан Муамар Каддафи Көньяҡ Африка республикаһында йәки Венесуэллала политик һыйыныу табырға мөмкин тигән хәбәр йөрөнө. “Сүл төлкөһөнөң”( Каддафиҙы шулай атайҙар) серле юғалыуы Көнбайыштағы махсус органдарҙың иғтибарын йәлеп итте. Тик полковниктың ҡайҙалығын аныҡ ҡына берәү ҙә әйтә алмай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий