среда, 24 августа 2011 г.

Вашингтон һәм Нью- Йоркта ер тетрәне.


23 августа шишәмбе көн АҠШ- та 40 йыл эсендәге иң көслө ер тетрәү булды. Нью-Йорк үҙәгендәге Доминик Стросс- Канн эше буйынса барған суд ултырышында ҡатнашыусыларҙың ҡотон алды ул. Күп ҡатлы офис биналары хеҙмәткәрҙәрен эвакуацияларға тура килде.

Виргиния штатында Рихтер шкалаһы буйынса 5,9 балл тәшкил иткән ер тетрәү булды. Вашингтондағы Капитолий һәм Пентагон хеҙмәткәрҙәрен эвакуацияларға тура килде.
АҠШ- тың Геология хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ер тетрәүҙең үҙәге Минерал ҡалаһынан 15 километр һәм АҠШ- тың баш ҡалаһы Вашингтондан 139 километрҙа булған.

Ҡорбандар хаҡында мәғлүмәттәр юҡ, әммә емерелеүҙәр бар.

Ер тетрәү Вашингтон һәм Нью- Йорктың транспорт һәм аэропорт эшенә үҙгәртеүҙәр индерҙе. Самолеттарҙың осоуы туҡтатылды һәм диспетчер хеҙмәткәрҙәре эвакуацияланды.

-Бик ҡурҡыныс булды, бик ҡурҡыныс! Мин нимә булғанын аңларға маташҡайным. Әле лә белгем килә- ер тетрәүме ул әллә юҡмы?- тип һорай Вашингтонда йәшәүсе ҡатын.

Хәбәр итеүҙәренсә, Виргиния штатындағы атом электростанцияһында ике ядро реакторының эше туҡтатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий