вторник, 16 августа 2011 г.

Палестиналылар БМО- нан уларҙың бойондороҡһоҙлоғон таныуҙы һорарға, ә израиллеләр яңы йорттар төҙөргә уйлайҙар.

Палестина автономияһының лидеры Мәхмүт Аббас Сараевоға барыуының һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт. Ул Боснияның сит ил эштәр министры Свен Алкалай һәм илдең коллектив президиум вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр алып барҙы. Һөйләшеүҙәр барышында Аббас палестиналыларҙың БМО- ға ағза булып инеүенә Босния һәи Герцоговина етәкселегенең ярҙамлашырға ризалығын алырға тырышты.

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе хаҡында Аббас былай тип белдерҙе: “Беҙ тыныслыҡ , БМО менән контакт, ғәрәп яҙы, палестина килешеүе кеүек бөтә мәсьәләләрҙе лә ҡараныҡ һәм һәр тема буйынса килешеүгә өлгәштек.”

Шул уҡ ваҡытта Израиль хөкүмәте, АҠШ һәм башҡа илдәрҙең ашыҡмаҫҡа саҡырыуына ҡарамай, Иордан йылғаһының Көнбайыш ярында 277 йорт төҙөү планын хупланы. Яңы йорттарҙы Ариель ҡалаһында төҙөргә ҡарар иткәндәр.

Бынан тыш Израиль палестиналылар үҙҙәренең бойондороҡһоҙ дәүләтенең баш ҡалаһы итеп иғлан итергә уйлаған Көнбайыш Иерусалимда йәнә 2700 йорт төҙөүҙе планға индереүҙе күҙ уңында тоталар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий