вторник, 16 августа 2011 г.

Shell Төньяҡ диңгеҙҙә нефть ағыуы менән көрәшә.


Шотландияның Ганнет нефть сығанағындағы авария нәтижәһендә һуңғы 6 көн эсендә Төньяҡ диңгеҙгә 216 тонна нефть түгелгән. Был хаҡта англо- голландия корпорацияһы Royal Dutch Shell хәбәр итте. Бәреп сыҡҡан нефттең юлын ябыу эштәре бара, бөтәһе лә контроль аҫтында, тип ышандырҙы улар.

Бөйөк Британияның энергетика министрлығы хәбәр итеүенсә, был һуңғы 10 йыл эсендә Төньяҡ диңгеҙҙәге иң етди авария.

Комментариев нет:

Отправить комментарий