вторник, 16 августа 2011 г.

Белоруссия премьеры АҠШ- тың санкцияларын “агрессия акты”тип атаны.


АҠШ- тың Белоруссияның ҡайһы бер дәүләт компанияларына ҡарата яңы экономик санкциялар индереүен Минск ҡаты тәнҡит менән ҡабул итте. “Был белорус халҡына һәм беҙҙең илдең экономикаһына ҡарата агрессия акты,-”тип белдерҙе Белоруссияның премьер- министры Михаил Мясникович.

Әммә АҠШ- тың Дәүләт департаментында иһә был санкциялар властарға ҡарата йүнәлтелгән һәм “19 декабрҙәге президент һайлауҙарынан һуң башланған репрессиялар”менән бәйле, тип аңлаттылар.

Ул саҡта белорус оппозицияһы Александр Лукашенконың сираттағы еңеүенән һуң Минск үҙәгенә санкцияһыҙ ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. 600 кеше ҡулға алынды, енәйәт эштәре асылды. Хөкөмгә тарттырылыусылар 5 йылға ҡәҙәр иркенән мәхрүм ителде.

Кисекмәҫтән Белоруссияға ҡарата санкцияларҙы ул саҡта АҠШ ҡына түгел, Евроберләшмә лә индерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий