вторник, 16 августа 2011 г.
Кнессет отпускыһын өҙҙө.
Израиль парламенты- кнессет- ваҡытынан алда эш башланы; депутаттар ҡаршылыҡ акцияларына батҡан илдәге хәлдәр хаҡында фекер алышыу өсөн отпускыларын өҙҙө. Ултырыш барған ваҡытта ла манифестациялар туҡтаманы. Инициатив группа хөкүмәттән һәм премьер- министрҙан социаль политиканың уңышһыҙлыҡҡа осрауы өсөн хисап талап итә. Кабинет башлығы Беньямин Нетаньяху ултырыш башланыуға килеп етмәне.
“Был йәш кешеләр бөтәһен дә тейешенсә эшләнеләр: уҡынылар, аҡса түктеләр, сығымдарҙы экономияланылар- һәм бөгөн килеп улар осто-осҡа ялғай алмайҙар; был булдыра алмағандан түгел- бөтә ил ошо хәлдә,-ти” Кадим”оппозиция партияһы лидеры Ципи Ливни.
Израилдә ҡаршылыҡ акциялары бер ай элек башланды. Шәмбе көн бер нисә эре ҡалала ҙур манифестациялар булып үтте. Уларҙа, полиция мәғлүмәттәре буйынса, 50 мең кеше, ә ойоштороусылар һүҙе буйынса, 100 мең кеше ҡатнашты.
Ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыусылар хөкүмәттән социаль политиканы ҡайтанан ҡарауҙы, тәүге сиратта хаҡтарҙың үҫеүен туҡтатыуҙы талап итәләр.
Подписаться на:
Комментарии к сообщению (Atom)
Комментариев нет:
Отправить комментарий