среда, 10 августа 2011 г.

Мимуна Дадааб лагерында


Мимуна- оло ғына сомали ҡатыны. Кениялағы иң ҙур Дадааб ҡасаҡтар лагерына барыр өсөн илен ташлап киткән. Ул аслыҡтан һәм граждандар һуғышынан ҡасҡан. Гуманитар ярҙам уларға барып етмәгән. Аптырағас, килене һәм ҡыҙы менән, оҙон юл үтеп, 400 мең кешелек БМО лагерына юлланған.

“Ғаиләбеҙ ферма, мал- тыуар иҫәбенә йәшәне,- тип һөйләй Мимуна.- Әммә уларҙың барыһы ла юҡҡа сыҡты. Ғаилә ағзаларының күбеһе илдең урта өлөшөнә күсеп киттеләр. Тәүге сиратта ирҙәр китте, уларға күсенеүе еңелерәк. Киленем юлда балаһын юғалтты. Машинала бәпәйләгәйне, бала мандып китә алманы. Киленем дә, бер ҡыҙым да ошо лагерҙа. Ғаиләмдән улар ғына ҡалды, яртыһы һәләк булды.”

Лагерға эләгеү өсөн тәүҙә ҡасаҡтар теркәлеү үтә, уларҙың бармаҡ эҙҙәрен алалар, шунан һуң көнөнә бер тапҡыр йылы аш ашау өсөн талон бирәләр. Ҡасаҡтарҙы палаткаларға урынлаштыралар, тик Мимуна уның эргәһенә ҡыуыш эшләгән. Унда уға йоҡлауы рәхәтерәк.

Бында эләгеү өсөн Мимуна юлда 45 көн үткәргән. “Юл ябайҙан булманы, ҡайһы саҡ ифрат ауыр булды,- тип һөйләй Мимуна.- Тәүҙә машинала килдек, унан боҫҡонға эләктек. Нәмәбеҙ бар, бөтәһен дә тартып алдылар. Юл ситендә йоҡларға тура килде. Киленем менән бер- беребеҙҙе юғалттыҡ. Башҡа ҡасаҡтар менән юлды дауам иттек һәм Кения сигендә генә осраштыҡ. Аҙаҡ ошо лагерға килеп морон төрттөк.”

“Бына шулай меңәрләгән ирҙәр һәм ҡатындар, ҡоролоҡ арҡаһында үҙ ерҙәрен ташлап, өмөт менән ошо лагерға йыйылалар,- ти Евроньюс хәбәрсеһе Фарук Атиғ.- Был ҡасаҡтар күбеһенсә сомалилылар, нисек тә йәшәргә тырышалар. Дадаабҡа килеп етер өсөн уларға йәйәүләп, хәлдән тайып, меңәр саҡрым юл үтергә тура килгән. Бында улар туннель ситендә тәүге тапҡыр ут күргәндәй.”

“Лагерҙа хәүефһеҙ, дарыуҙар алабыҙ, байтаҡ гуманитар ойошмалар беҙгә ярҙам итә, зарлана алмайбыҙ,- ти Мимуна.- Палаткалар, йоҡлар урын бар. Тик ағастан беҙҙең сомали аласыҡтарын төҙөргә генә рөхсәт итмәйҙәр.”

Палаткаларҙа тынды быуырлыҡ эҫе. Мимуна лагерҙа көн итеүсе меңәрләгән кешеләр һымаҡ уҡ палаткаһының өҫтөнә, ҡыуышҡа оҡшатып, ботаҡтар ташлаған.

Был лагерь 1990 йылдар башында, Сомалиҙа граждандар һуғышы тоҡанып киткәс барлыҡҡа килә. Ул саҡта лагерь 90 мең кешегә тәғәйенләнгән була. Шул замандан бирле лагерь палатка һәм барактарҙан торған, өс зонаға бүленгән ҙур ҡалаға тиңләшкән.

Бында хөкүмәткә ҡарамаған күп кенә ойошмалар эшләй. Улар араһында хеҙмәттәшлек насар ҡуйылған. Ойошмалар медицина ярҙамы күрһәтә, аҙыҡ- түлек менән тәьмин итә. Йән аҫрау өсөн хәжәт булған иң мөһим нәмәләр бар, ә бына психологик ярҙам кәрәк булһа ла, күҙ уңында тотолмаған. Мимуна киләсәген Дадааб лагерынан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. “Мин ҡарт ҡатын, һаулығым насар, ревматизм, бөтә ерем ауырта,- тип зарлана ул.- Үҙемде көндән- көн аламараҡ тоям, өҫтәүенә хөрт күрә башланым. Бәлйерәгән бер кеше инде мин. Сомалиға ҡайтмаясаҡмын, бында хәүефһеҙ, ашау ҙа күберәк. Артыҡ күп түгел, әлбиттә, тик барыбер бер нәмә лә булмаған кеүек түгел. Шуға күрә ундағы тамуҡҡа ҡайтыуҙың хәжәте юҡ.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий