четверг, 11 августа 2011 г.

Чили студенттары түләүһеҙ юғары белем алыу хоҡуғы өсөн көрәшә.


Шишәмбе көн Чили баш ҡалаһы урамдарына, президент Пинеданан кисекмәҫтән мәғариф өлкәһендә реформалар үткәреүҙе талап итеп, 70 меңдән ашыу студент сыҡты. Илдең башҡа ҡалаларының урамдары ла меңәрләгән манифестанттар менән тулды.
Студенттар бушлай юғары белем алыу мөмкинлеген талап итәләр һәм был мәсьәлә буйынса дөйөм милли референдум үткәреү өсөн көрәшәләр. Бөгөн Чилиҙа дәүләт университетын тамамлаусы үҙ аллы тормошҡа уҡыу өсөн алынған меңдәрсә бурысы менән аяҡ баҫа, ә бит уны оҙаҡ йылдар түләргә кәрәк буласаҡ.
Манифестанттарҙы ҡыуыу өсөн полиция һыу атҡыстар һәм күҙҙән йәш ағыҙа торған газ ҡулланды. Бөтә ил буйынса акцияла ҡатнашыусы 273 кеше ҡулға алынды. Сантьягола 23 хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре яраланды.
“Мин- өләсәй һәм, әлбиттә, ейәндәрем һәм уларҙың бушлай лайыҡлы белем алыуы яҡлы. Студенттар, уҡып- уҡып, аҙаҡ бурыслы булып ҡалырға тейеш түгел,-”ти Сантьягола йәшәүсе ҡатын.
Студент профсоюздары хөкүмәттең уҙған аҙналағы тәҡдимдәрен “етерлек түгел’’, тип иҫәпләй. Улар, акцияны дауам итеп, Конституция гарантиялаған сифатлы бушлай белем алыу хоҡуғын талап итәләр.
Шишәмбелә уҡыусыларға һәм студенттарға баҡыр руднигы эшселәре лә ҡушылды. Улар ҙә президент Себастьян Пинеданан( уның рейтингы 26 процентҡа түбәнәйгән) хоҡуҡтарҙы боҙмауҙы талап итәләр.
Уҙған аҙналағы манифестациялар барышында 800 кеше ҡулға алынған, шуларҙан 40 кеше суд алдына баҫҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий