четверг, 11 августа 2011 г.

Американдар талиптарҙан үс алды.


Афғанстанда халыҡ- ара коалиция көстәре уҙған шәмбелә вертолетты бәреп төшөргән талиптарҙы юҡ итте. Ул вертолетта 38 кеше һәләк булғайны, шуларҙың 30-ы Америка хәрбиҙәре. Был турала Афғанстандағы АҠШ һәм НАТО ғәскәрҙәре башлығы генерал- лейтенант Джон Аллен белдерҙе.
“Талибан” хәрәкәте лидерҙарының береһе Мөхибулла мулла юҡ ителгән.
”Был операция Вардак провинцияһындағы талиптарҙы нейтралләштереү планының бер өлөшө. Ул беҙҙең юғалтыу ҡайғыһын баҫманы, әммә беҙ дошмандарыбыҙҙы артабан да эҙәрлекләйәсәкбеҙ”.
Һәләк булған американдарҙың күпселеге Бен Ладенды юҡ итергә яуаплы подразделениенан. Пентагон вәкиле хәбәр итеүенсә, улар араһында был операцияла ҡатнашыусылар юҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий