четверг, 11 августа 2011 г.

Дамаск дуҫтарын юғалта


Ошо көнгәсә Башар Асад Көнбайыш илдәренең Сүриәләге режиға ҡаршы сығыусылаларҙы ҡанға батырмаҫҡа саҡырыуына иғтибар итмәгән һымаҡ ине.
Президент, политик реформалар буласағын иғлан итеп, оппозицияның ҡайһы бер талаптары менән килешкән кеүек булһа ла, һаман да террористар менән көрәшеүе хаҡында һөйләй. Уның һүҙен ҡеүәтләп, дәүләт телевидениеһы уның режимын ҡолатырға йыйынған террористарҙың ҡоралдарын ( улар күбеһенсә һунарсыларҙыҡы) күрһәтә. Әммә президентҡа ышаныусылар һаны көндән- көн әҙәйә бара. Йәкшәмбе көн үҙенең илсеһен Сәғүд Ғәрәбстаны саҡыртып алды.Дүшәмбелә Кувейт менән Бахрейн да уларға эйәрҙе. Катар бындай аҙымды июль уртаһында уҡ эшләгәйне. Һуңғы ваҡыт Иордания һәм Мысырҙан да Сүриә властарына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре ишетелә.
Сәғүд Ғәрәбстаны короле Абдалла йәкшәмбе кис Әл-Арабия телеканалы аша таратылған коммюникелә Асадтан “үлем машинаһын туҡтатыуҙы” талап итте. Тотанаҡлы сәғүд дипломатияһы өсөн көтөлмәгәнсә ҡаты әйтелде был. Реформалар вәғәҙәләү Көнбайышты ла, ғәрәп илдәрен дә ышандырмай. Шул уҡ ваҡытта сүриәлеләр, 2 мең ҡорбан алып киткән репрессияларға ҡарамай, был режимдан ҡотолоу уйын ҡалдырмай.
Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Дамаскыны тәнҡитләүҙә әлегә уртасараҡ позицияла тора. Улар граждандарға ҡарата көс ҡулланыуҙы туҡтатыуҙы талап итһәләр ҙә, ойошманың генераль секретары тәүәккәл аҙымдар яһарға әҙер түгел: “Ғәрәп илдәре лигаһын ниндәйҙер эш ҡылырға саҡыраһығыҙ икән, был булмаясаҡ. Проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән башҡа белдереүҙәр яһарға саҡыраһығыҙ икән, мин, ғөмүмән, дөйөм проблемалар хаҡында уйлайым. Ливия булһынмы ул, икенсе берәй ғәрәп илеме- ҡаты саралар булмаясаҡ. Һүҙ аңлатып, яйлап эш итеү тураһында барасаҡ,- ”тип белдерҙе Нәбил әл-Араби.
Күп аналитиктарҙың фекеренсә, Башар Асад режимының ҡолатылыуы ҡотолғоһоҙ. Дамаск барған һайын нығыраҡ изоляцияла ҡала .





Комментариев нет:

Отправить комментарий