четверг, 11 августа 2011 г.

Сомали: балалар асыға.

БМО эксперттары Сомалиҙағы аслыҡты балалар аслығы тип атайҙар. Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, уҙған 11 айҙа илдәге 5 йәшкә тиклемге балаларҙың һәр унынсыһы һәләк булған- был 30 мең самаһы кескәй. Был һандар үҫәсәк әле: миллион ике йөҙ бала кисекмәҫтән ярҙам итеүгә мохтаж, ул конфликттар солғанышындағы илдә күптәргә барып та етмәйәсәк.

Сомалиҙағы халыҡтың яртыһы аслыҡтан интегә.

БМО- ның Именлек Советы ағзалары менән видеоконференция барышында Сомалиҙың махсус вәкиле илдәге аслыҡ менән көрәшеү өсөн кәм тигәндә бер миллиард АҠШ доллары кәрәклеге хаҡында әйтте, әлеге көндә уның яртыһы ғына алынған.
Гуманитар йөктәрҙе таратыуға илдең төрлө райондарын контролдә тотҡан”Аш- Шабаб” һуғышсылары ҡамасаулай.
Һуңғы ярты быуаттағы иң ҡаты ҡоролоҡ Африка Мөгөҙөнә ҡараған бер нисә илде ялмап алды: Сомали, Джибути, Эфиопия һәм Кенияла 12 миллион кеше асыға, тиҫтәләгән меңе ҡасаҡҡа әйләнгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий