четверг, 11 августа 2011 г.

Медведев- Янукович: Сочи осрашыуындағы мөһим мәсьәләләр.

Бөгөн Сочиҙағы Рәсәй һәм Украина президенттары осрашыуында газ хеҙмәттәшлеге, дәүләт- ара комиссия ултырышына әҙерлек, интеграция процесы, дәүләт сиктәре мәсьәләләре ҡаралды. Украина президенты Виктор Янукович һөйләшеүҙәр алдынан көн тәртибенә шундай аңлатма бирҙе: “Ағымдағы мәсьәләләргә килгәндә, беҙ һәр ваҡыт уларҙы хәл итергә тырыштыҡ һәм тырышасаҡбыҙ. Беҙ уларҙы хәл итеүгә дусарбыҙ. Башҡаса булыуы мөмкин түгел.”

Газ проблемаһы иң ҡатмарлыһы булып тора. Үткән аҙнала Киев Рәсәй менән 2009 йылда төҙөлгән газ контрактын суд ярҙамында ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен тикшереүе хаҡында белдерҙе. Украина унда күрһәтелгән хаҡтарҙы бөлдөргөс тип иҫәпләй. Әммә аҙаҡ Янукович, ике яҡ та компромисҡа килеп, газ хаҡтарын судһыҙ ғына хәл итеү яйын ҡарарға тейешлектәрен әйтте.

Әле Киевта Юлия Тимошенко өҫтөнән суд бара.

Элекке премьер газ контрактына ҡул ҡуйғанда үҙ вәкәләттәрен арттырыуҙа һәм Украина экономикаһына зыян килтереүҙә ғәйепләнә. Виктор Янукович суд эшмәкәрлегенә ҡыҫылмаясағын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий